Довольны ли Вы качеством обслуживания в библиотеках?

  

 

 

 

  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Художественная литература

Абдуллин, И. Ә. Хуш, Рим!: [роман] / Ибраһим Абдуллин. — Өфө: Китап, 2020. — 416 с.: ил., портр.

Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән фашизмға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, Бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҡаты һынауҙар аша үтә. Л. Колесников етәкселегендәге партизандар отряды боронғо Римда һәм уның биҫтәләрендә үҙҙәренең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәй. 16+

Абдуллина, Л. Х. Аҫабалар рухы: [шиғырҙар] / Лариса Абдуллина. — Өфө: Китап, 2020. — 224 б.: рәс., портр.

Китапта шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, уның ижадына сағыу образлы тел, ихласлыҡ, тәрән фекерләү, халыҡсанлыҡ хас. 16+

Бабич, Шәйехзада. Ал да сәс нур халҡыңа: шиғырҙар / Шәйехзада Бабич. — Өфө: Китап, 2020. — 192 с.: ил.

Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың (1895-1919) тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән был китапҡа киң ҡатлам уҡыусылар яратып уҡыған шиғырҙары һәм поэмалары тупланды.

Китап тел һәм әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, педагогтар, филология факультеты студенттары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән. 16+

Биишева, З. А. Яҡтыға: трилогия. Икенсе китап. Оло Эйек буйында / Зәйнәб Биишева. — Өфө: Китап, 2020. – 352 бит.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның «Оло Эйек буйында» әҫәрендә Граждандар һуғышы һәм шул осорҙа ауылдарҙағы  синфи көрәш һүрәтләнә. 16+

Бәширова, Ф. Т. Тыуған илгенәм: шиғырҙар, поэмалар / Фирҙәүес Бәширова. — Өфө : Китап, 2020. — 224 б.: рәс., портр.

Шағирә Фирҙәүес Бәшированың был йыйынтыҡта тупланған әҫәрҙәре кешелек донъяһында әленән-әле дәүерҙәр алмашыуының бер кемде лә, бер халыҡты ла ситләтеп үтмәүе, киреһенсә, тормошта күпмелер ваҡыт аралығында нығынған йәшәү ҡалыптарының үҙгәрештәр барышында емерелеүенең халыҡтар, илдәр яҙмышына тәьҫире, йоғонтоһо тураһында. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙы халыҡ иткән гүзәл сифаттарын, уның йәшәү көсөнөң ҡеүәтен дә сағылдыра. 16+

Вәлиев, Р. И. Йылдар йылғаһы: [шиғырҙар] / Разил Вәлиев; [тәрж. башҡ. Г. М. Яҡупова]. — Өфө: Китап, 2020. — 296 б.: рәс., төҫлө портр.

Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Разил Вәлиевтең  был китабына  төрлө  йылдарҙа  яҙылған шиғырҙары һәм шиғри  тәржемәләре тупланды. 16+

Докучаева, А. А. В мечтах. И наяву: повести, детективы, рассказы, воспоминания / Алла Докучаева; [дизайн А. В. Скворцов]. — Уфа : Китап, 2020. — 281, [3] с.: ил., портр.

В книгу вошли избранные произведения разных лет в жанрах, которые особо любимы автором – известным прозаиком Аллой Докучаевой: повести, в том числе детективные, рассказы, в основном о любви, с тонким проникновением во внутренний мир героев. Есть здесь детективная интрига, действие которой из нынешних дней перебрасывается в годы войны с фашизмом, есть психологическая производственно-любовная драма из 60-х годов советского времени «И лишь однажды осветило»… Любой из собранных в книге сюжетов эмоционально напряжен, захватывающе интересен и не даст скучать читателям разных возрастов. 16+

Еңеүҙең 75 яҙы = Победы 75 весна = Жиңүнең 75 язы: шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар: стихотворения, рассказы, очерки : шигырьләр, хикәяләр, очерклар / [сост. Ә. Ғ. Теләмова ; И. И. Садыҡова; Г. М. Абдуллина]. — Өфө: Китап, 2020. — 416 с.: ил. — Текст на башк., рус., тат. яз.

Бөйөк Еңеүҙең  75 йыллығына бағышланған был йыйынтыҡҡа күп милләтле халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ ҡаһарманлығын сағылдырған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тупланды.

В сборник, посвящённый 75-летию Великой Победы, вошли разножанровые произведения о Великой Отечественной войне, отражающие славный подвиг народа. 16+

Исмагилов, К. Он и Она: три жанра под одной обложкой, сцементированные юмором: юмористические рассказы и ироническая повесть / Казбек Исмагилов. — Уфа: Китап, 2020. — 344 с.: ил. портр.

В сборник вошли произведения трех жанров: короткие юмористические рассказы, забавные случаи по ходу жизни автора и ироническая повесть. По-доброму смешные произведения сборника отражают реалии нашей жизни от «развитого социализма» до недоразвитого капитализма.

Ученые подсчитали, что одна минута смеха продлевает жизнь на пять минут. Даже мимолетная улыбка стимулирует выработку гормонов удовольствия.

Легкость слога, занимательность сюжета, объемность событий в кратком изложении придутся по душе сегодняшнему торопливому читателю. 16+

Иҙелбаев, М. Х. Иҙел йорт: роман. Икенсе китап. Сәсән әйтмәй, кем әйтһен... / Мирас Иҙелбаев. — Өфө: Китап, 2020. – 400 бит.

«Иҙел йорт» романының «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен...» тип аталған икенсе китабында Башҡортостандың XVI быуат урталарындағы хәл-ваҡиғалар  сағылдырыла. Үҙәктә -  ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге заманының киҫкен һәм ҡатмарлы шарттарына  тура килгән атаҡлы  Ҡобағош сәсән образы. 16+

Страница 1 из 3